Эстәлеккә күсергә

Седльце

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
14:52, 10 ғинуар 2019 өлгөһө; Юлдашева Луиза (фекер алышыу | өлөш) ("Седльце" битен тәржемә итеп төҙөлгән)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)

Седльце (Седлец, пол.Siedlce [ˈɕɛdlt͡sɛ], идиш שעדליץ, Шедлиц; Поляк батшалығы ваҡытында урыҫ исеме — Седлец, реформаға тиклем орфографияла <i>ять</i> аша яҙылған — Сѣдлецъ) — Польшаның көнсығышындағы ҡала (Мазовецкий воеводлығы), Варшаваға тиклем алыҫлыҡ— яҡынса 90 километр. Седльце Седлец повятының (административ-территориаль берәмегенең) административ үҙәге, әммә ҡала статусына эйә булараҡ уға инмәй.

Ҡала майҙаны 32 км². Халыҡтың һаны 76 меңдән ашыу кеше тәшкил итә (2015).

Тарихы

Поляк батшалығында.

1846 йылдың фе��ралендә дворян Потоцкий Панталеон бәләкәй отряды менән рус гарнизонына һөжүм итә һәм ҡаланы яулап ала. Был дөйөм халыҡ ихтилалына башланғыс һалыуға ынтылыш була. Пантелеон Потоцкий тиҙҙән әсирлеккә алына һәм аҫыу юлы менән үлем язаһына хөкөм ителә. Яза 1846 йылдың 17 мартында Седльце баҙарында үтә. Баш күтәреүселәр Себергә һөргөнгә ҡыуыла.

1919 йылдың 3 майында Потоцкий язаланған урында иҫтәлекле тәре асыла.

Билдәле шәхестәре

  • Белецкий Евгений Андрианович (1908—1979) — совет альпинисы, токарь-лекальщик.
  • Боруц Артур — польша футболсыһы, инглиз «Борнмут» клубы һәм Польша йыйылма командаһы һаҡсыһы.
  • Залевский Витольд (1921—2009) — поляк прозаигы, публицист һәм сценарист.
  • Йоделка Иоанн (1973) — поляк прозаигы.
  • Челомей Владимир Николаевич — механика һәм идара итеү процестары өлкәһендә совет ғалимы, СССР фәндәр академияһы академигы ОКБ-52 (хәҙер НПО «Машина төҙөү») генераль конструкторы.
  • Яхонтов Владимир Николаевич — совет артисы, актер, бер актер театры жанрына нигеҙ һала.

Ҡала фотоһүрәттәре

Туғандаш ҡалалар

Иҫкәрмәләр

  1. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].

Әҙәбиәт

(недоступная ссылка) http://spcisiezagrudzie.org/index,1-3,postacie_historyczne.html (недоступная+һылтанма)