Эстәлеккә күсергә

Алыҫ Төлкәҫ геологик киҫелеше

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алыҫ Төлкәҫ геологик киҫелеше
урыҫ памятник природы регионального значения "Геологический разрез Дальний Тюлькас"
Төп мәғлүмәт
Майҙаны1,8 гектар
Нигеҙләнгән ваҡыты5 октябрь 2007 йыл 
Урынлашыуы
53°53′55″ с. ш. 56°38′25″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Алыҫ Төлкәҫ геологик киҫелеше
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Алыҫ Төлкәҫ геологик киҫелеше

Алыҫ Төлкәҫ геологик киҫелеше — Пермдең әртә ярусы глобаль стратотибы («алтын ҡаҙаҡ») роленә дәғүә итеүсе сик буйы һаҡмар-әртә ҡатламдарынан ғибәрәт. Халыҡ-ара стратиграфик шкалаға индерелгән аҫҡы пермь йәшендәге Урал алды ярусы аҫҡы сигенең стратотибы (эталоны)[1][2].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Алыҫ Төлкәҫ» геологик киҫелеше Урал алды бөгөлөнөң Рус платформаһын көнсығыштан уратып алған көньяҡ өлөшөнә тура килә. Геологик киҫелеш Алыҫ Төлкәҫ йылғаһы үҙәне ��енән йырғыланған ваҡ меридиональ һырттарҙың береһенең төньяҡ өлөшөнөң көньяҡ текә битләүенән ғибәрәт һәм йылға үҙәне менән туранан-тура сиктәш. Һырттың төньяҡ өлөшөнөң абсолют бейеклеге — 357,8 метр, көньяҡ өлөшөнөкө — 322, 2 метр. Рельефтың үҙенсәлекле элементтары булып Растеряшный Ключ шишмәһе ағып төшкән үҙән һәм Алыҫ Төлкәҫ йылғаһының уң ҡушылдығы булған Феклискин йырыны тора.

Һәйкәлдең көньяҡ сиге киҫелештең нигеҙе буйынса үтә. Төньяҡ өлөшө — көнбайыш һәм көнсығыш нөктәләренең килтерелгән координаталарын иҫәпкә алып, ҡалҡыулыҡтың үрге нөктәһе.

Пермдең әртә ярусы глобаль стратотибы («алтын ҡаҙаҡ») роленә дәғүә итеүсе сик бу��ы һаҡмар-әртә ҡатламдарынан ғибәрәт.

«Алыҫ Төлкәҫ» геологик киҫелеше Халыҡ-ара стратиграфик шкалаға индерелгән аҫҡы пермь йәшендәге Урал алды ярусы аҫҡы сигенең стратотибы (эталоны) булып тора.

Тәбиғәт ҡомартҡыһының майҙаны — 1,8 га. 05.10.2007 Красноусол ауылы ситенән 0,8 км алыҫлыҡта Алыҫ Төлкәҫ йылғаһыныъ уң ярында Ташлы ауылына илткән юлда урынлашҡан[3].

Алыҫ Төлкәҫ геологик киҫелешендә тыйылған эшмәкәрлек төрҙәре һәм тәбиғәтте файҙаланыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

— тау һәм башҡа эштәр алып барыу;

— карьер ҡаҙыу;

— объекттар һәм ҡоролмалар төҙөү;

— коммуникациялар үткәреү;

— ағастарҙы һәм ҡыуаҡтарҙы ҡырҡыу (санитар ҡырҡыуҙан тыш);

— ағыулы химикаттар, минераль ашламалар һәм яғыулыҡ-майлау материалдарын урынлаштырыу;

— киҫелеш тоҡомдарын коллекцияға йыйыу;

— геологик киҫелештең һәм уның тоҡомдарының торошона кире йоғонто яһай алырлыҡ, шулай уҡ тирә-яҡ мөхиттең бысраныуына килтерерлек хужалыҡ эшмәкәрлеген ғәмәлгә ашырыу[4].

ООПТ биләмәһе итеп һаҡлауҙың әһәмиәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ошо объектты махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре итеп һаҡлау илебеҙ фәненең милли (Рәсәй һәм Башҡортостан) ғилми өҫтөнлөгөн һәм Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә халыҡ-ара стратотибын (эталон) һаҡларға мөмкинлек бирергә тейеш. Һәйкәл ғилми, тәбиғәтте һаҡлау, эстетик һәм рекреацион әһәмиәткә эйә[5].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Информационно-поисковая система Уникальные геологические объекты России (геологические памятники природы). http://www.geomem.ru/

С Семилеткин, Е Бодрякова, Е Борковая, З Крусанова, И Логачева, ЮП Ненашев, В Папчинская, О Ренева, Е Школьникова и др

  • Федеральное государственное унитарное предприятие «Всероссийский научно-исследовательский геологический институт им. А. П. Карпинского» (ФГУП «ВСЕГЕИ»)

Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан, отв ред А. А. Мулдашев Уфа, Издательский центр «МедиаПринт» (издание второе) (2010): с. 413

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

заказник Бирский заказник. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.).