Калуга өлкәһе
Рәсәй Федерацияһы субъекты | |||||
Калуга өлкәһе | |||||
| |||||
Административ үҙәк |
Калуга | ||||
65-се | |||||
- Барлығы |
29 777 км² | ||||
- Барлығы |
↘1 009 772[1] (2016) 33.91 кеше/км² | ||||
- Барлығы (ағым. хаҡ.) |
184,6[2] млрд. һум (2010) 152,6 мең һум | ||||
Үҙәк | |||||
Үҙәк | |||||
Губернатор |
Анатолий Дмитриевич Артамонов | ||||
Өлкә думаһы рәйесе |
Виктор Сергеевич Бабурин | ||||
40 | |||||
RU-KLU | |||||
MSD[d] һәм Европа/Москва[d][3] | |||||
Бүләктәре: |
![]() |
Калу́га өлкәһе — Рәсәй Федерацияһы субъекты, Үҙәк федераль округ составына инә.
Калуга өлкәһе 1944 йылда ойошторола. Төньяҡ-көнбайышта — Смоленск өлкәһе, төньяҡ-көнсығышта — Мәскәү ҡалаһы һәм Мәскәү өлкәһе, көнсығышта — Тула өлкәһе, көньяҡта — Брянск һәм Орёл өлкәләре менән сиктәш.
Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Рәсәй Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, өлкә халҡы 1 009 772 (2016) кеше тәшкил итә. Халыҡ тығыҙлығы — 33.91 кеше/км2 (2016). Ҡала халҡы — 76.25 % (2015).
Калуга өлкәһендә 1989 йылда — 489, 2002 йылда — 451 башҡорт йәшәгәне теркәлгән[4].
Административ-территориаль бүленеш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
2011 йылға ҡарата Калуга өлкәһендә 303 муниципаль берәмек бар, шул иҫәптән:
- 2 ҡала округы
- 24 муниципаль район
- 26 ҡала һәм 251 ауыл биләмәһе
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
- Авдошкин Семён Егорович (15.08.1918—9.03.1963), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, пулемёт ротаһы командиры, өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Сначёв Владимир Иванович (1955), ғалим-геолог. 1978 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Геология институты инженеры, 1985 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1993 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 1997 йылдан — мәғдән ятҡылыҡтары лабораторияһы мөдире. Геология-минералогия фәндәре докторы (1993), профессор (2012). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001). Людинов ҡалаһынан[5].
- Спасский Владимир Иосифович (9.05.1874—18.03.1955), ғалим-күҙ табибы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, медицина өлкәһе һәм йәмәғәт эшмәкәре. Медицина фәндер�� докторы (1947), профессор (1947). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1940). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944), «Почёт Билдәһе» (1950) ордендары кавалеры. Сығышы менән Калуга губернаһының Рождество ауылынан[6].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
- ↑ Оценка численности постоянного населения на 1 января 2016 года и в среднем за 2015 год . Дата обращения: 27 март 2016. Архивировано 27 март 2016 года.
- ↑ Валовой региональный продукт по субъектам Российской Федерации в 1998-2010гг. (xls). Росстат.
- ↑ https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/europe
- ↑ Йосопов Р. М. Башҡорт диаспоралары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Башҡортостан энциклопедияһы — Сначёв Владимир Иванович(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 6 ноябрь 2020)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Спасский Владимир Иосифович 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 6 май 2019)
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
- Атлас Калужской области / Автор-составитель В. В. Трефилов; Ред. Н. В. Солнцева.. — Калуга: Золотая аллея, 2002. — 176 с. — 4 000 экз. — ISBN 5-7111-0338-5. (в пер.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
![]() |
Калуга өлкәһе Викимилектә |
---|---|
![]() |
Калуга өлкәһе Викияңылыҡтарҙа |
![]() |
Калуга өлкәһе Викигид |
- Сервер администрации области
- Законодательство Калужской области
- Законодательное собрание Калужской области 2010 йыл 10 сентябрь архивланған.
- Калужская область в справочнике-каталоге «Вся Россия» 2008 йыл 16 май архивланған.
- Устав Калужской области
- Флаг и герб Калужской области
- Логотип Калужской области, разработанный Артемием Лебедевым
- Памятники архитектуры Калужской области
- Социально-экономические показатели Калужской области на интерактивной карте региона