Эстәлеккә күсергә

Уралтау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Уралтау
Тау һырты Урал тауҙары
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Рәсәй[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 1068 метр һәм 794 метр
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән Метаморфик тау тоҡомдары
Эра каменноугольный период[d]
Оҙонлоҡ 290 km
Карта

Уралтау[2][3][4] (башҡ. Урал + тау) — Көньяҡ Уралдағы иң оҙон һырттарҙың береһе. Көньяҡ Уралда — Башҡортостанда һәм Силәбе өлкәһендә төп һыу бүлеүсе һырт[5]. .

Уралтау һыртының Ирәкташ ҡаялары. Белорет районы

Был тау Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил, Белорет, Учалы райондары һәм Силәбе өлкәһе аша 290 км оҙонлоҡҡа һуҙылған. Һыртының киңлеге үҙәк өлөштә 10 — 20 км. Һырттың бейеклеге Уралдың көнбайыш һырттары менән сағыштырғанда ҙур түгел һәм уртаса 1000 метрҙан артмай.

Уралтау һыртының иң бейек түбәһе — Башҡортостандың Белорет районындағы Әрүәк-рәз тауы (1068 м)[6], уның атамаһы тауҙың итәгенән ағып сыҡҡан Әрүәк һәм Рәз йылғалары исемдәренән ҡушылып барлыҡҡа килгән. Шулай уҡ бейеклеге 1000 метрҙан ашҡан тауҙар — Ишәмбәт (1013 м) һәм Ҡурташ (1019 м)

Уралтау — Көньяҡ Урал йылғаларының төп һыу бүлеүсеһе, көнсығышҡа табан аҡҡандары — Яйыҡ йылғаһына һәм көнбайышҡа аҡҡандары Ағиҙел йылғаһына килеп ҡушыла, ә уныһы үҙ нәүбәтендә Чулманға (Камаға) ағып төшә[7].

Уралтауҙың тоҡом составы көнбайыш тауҙар составынан (мәҫәлән, Әүәләк, Ирәмәл һ.б.) шаҡтай айырылып тора. Тау нигеҙҙә метаморфик сланецтарҙан һәм кварциттарҙан тора, структураһы бөтә ��ҙонлоғонда даими. Тектоник яҡтан ул Уралтау антиклинорийы булып тора. Рельефы — тәпәш һәм уртаса бейеклектәге ҡалҡыулыҡтарҙан, талғын күтрелеп бейегәйгән түбәле тауҙарҙан ғибәрәт. Тау баштарында денудацион ҡая таштар ҡалдыҡтары — останецтар ҡалҡып сыҡҡан.

Тауҙарҙа вертикаль дифференциация күренеше һиҙелә. Һырттың төньяҡ, бейек өлөшөн аҡһыл-ылыҫлы ҡатнаш урмандар ҡаплаған . Үҙәк өлөшө ҡарағай һәм ҡайын урмандары менән айырылып тора, тупраҡтары көлһыу һәм һоро. Көньяҡта, тауҙың түбәнәйгән һәм тигеҙләнгән өлөшөндә, һоро урман тупраҡтарында ҡарағай, ҡайын һәм уҫаҡ урмандары өҫтөнлөк итә[8]

  1. 1,0 1,1 GEOnet Names Server — 2018.
  2. Уральский хребет // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  3. Орография Российской империи // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  4. А. В. Сидоренко. Геология СССР. Том 12, часть 1, книга 2, М.: Недра, 1969 г. 311 стр. С. 210. (переиздание 2012 г.: ISBN 978-5-458-52059-1)
  5. Уралтау// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 27-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978
  6. Башкирская энциклопедия — АРВЯКРЯЗЬ, горная вершина (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2021)
  7. Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 11. Средний Урал и Приуралье. Вып. 1. Кама / под ред. В. В. Николаенко. — Л.: Гидрометеоиздат, 1966. — 324 с.
  8. Хребет Уралтау 2020 йыл 27 сентябрь архивланған.
  • Матвеев А. К. Вершины Каменного Пояса: Названия гор Урала. 2-е изд., перераб. и доп.— Челябинск: Юж.-Урал. кн. изд-во, 1990.