Голубев Николай Сергеевич
Голубев Николай Сергеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 29 декабрь 1902 |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 23 июнь 1987 (84 йәш) |
Вафат булған урыны | Белорет, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | инженер, директор |
Эш урыны | Белорет металлургия комбинаты |
Уҡыу йорто | Санкт-Петербург дәүләт технология институты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Голубев Николай Сергеевич (29 декабрь 1902 йыл — 23 июнь 1987 йыл) — совет инженер-технологы. 1958—1969 йылдарҙа Белорет металлургия комбинатының баш инженеры. Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1952), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1958, 1966) кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Николай Сергеевич Голубев 1902 йылдың 29 декабрендә Санкт-Петербургта тыуған. 1930 йылда Ленсовет исемендәге Ленинград технология институтын тамамлай.
Эш урыны: 1918 йылдан Ленинградта «Ҡыҙыл Октябрь» заводында, 1928 йылдан — «Красный гвоздильщик» заводында эшләй. 1942 йылдан — Белорет ҡорос сым-канат заводында цех, бүлек начальнигы, 1945 йылдан — баш инженер, 1953 йылдан — директор. 1958—1969 йылдарҙа — Белорет металлургия комбинатында баш инженер.
Голубев Николай Сергеевич оборона ихтыяждары өсөн сыҙамлы пружиналы сымдар, ҡатламланмаған пружиналы сымдар (атыу ҡоралдары өсөн), тутыҡмаусы сымдар, шариклы подшипник, ҡаршылыҡ иретмәһенән сымдар, йәйпәкләнгән таҫмалар, серебрянка етештереүҙе үҙләштереүҙә ҡатнаша.
Һуғыштан һуң пружиналы һәм профилле таҫма цехын сафҡа индереүҙә ҡатнаша.
Белорет ҡорос сым-канат заводының 1912—1958 йылдарҙа үҫеше тарихы буйынса монография яҙған.
1987 йылдың 23 июнендә Белорет ҡалаһында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы) вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1952) цинкланған сым етештереүҙең яңы ысулын уйлап табыу һәм производствоға индереүҙә ҡатнашҡаны өсөн
- ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1958, 1966)
- миҙалдар
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Голубев Николай Сергеевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 26 декабрь 2022)
- Энциклопедия Урала 2019 йыл 28 июнь архивланған.
- 29 декабрҙә тыуғандар
- 1902 йылда тыуғандар
- Санкт-Петербургта тыуғандар
- 23 июндә вафат булғандар
- 1987 йылда вафат булғандар
- Белоретта вафат булғандар
- Санкт-Петербург дәүләт технология университетын тамамлаусылар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Сталин премияһы лауреаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- КПСС ағзалар��