Эстәлеккә күсергә

Куприц Николай Яковлевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Куприц Николай Яковлевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 14 июль 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 5 август 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Атаһы Куприц, Яков Николаевич[d]
Һөнәр төрө профессор, юрист, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө конституционное право[d][1], история государства и права[d][1] һәм хоҡуҡ фәне[d][1]
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә юридик фәндәр докторы[d]
Әүҙемлек урыны СССР[1]

Куприц Николай Яковлевич (14 июль 1912 йыл5 август 1980 йыл) — юрист, дәүләт хоҡуғы һәм дәүләт-хоҡуҡи фекер тарихы буйынса белгес; ғалим-металлург профессор Я.Н. Куприцтың улы, А.Я. Вышинскийҙың аспиранты; юридик фәндәр докторы. Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетында профессор.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Николай Куприц 1912 йылдың 14 июлендә Мәскәүҙә техник фәндәр докторы Яков Николаевич Куприцтың ғаиләһендә тыуған. 1936 йылда «Правовое положение автономной республики в СССР и союзной республике» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм юридик фәндәр кандидаты була — диссертацияһының етәксеһе булып СССР-ҙың элекке Генераль прокуроры һәм СССР Сит ил эштәре министры Андрей Вышинский тора. Мәскәү дәүләт университетында Куприц студенттарға «буржуаз илдәрҙең» дәүләт ҡоролошо буйынса курс уҡый.

1960—1970 йылдарҙа Куприц дәүләт хоҡу��ы буйынса фәндең Рәсәй тарихын ойотороу буйынас эш алып бара — был эше уның докторлыҡ диссертацияһының нигеҙе булып тора. 1970 йылдарҙа ул «Развитие советской государственно-правовой мысли в период перехода от капитализма к социализму» темаһына уңышлы докторлыҡ диссертацияһын яҡлай; ошо уҡ ваҡытта ул ике монографияһын баҫтырып сығара, унда дәүләт-жоҡуҡи фекерҙең осорҙарға бүлеүен күрһәтә. Олег Кутафиндың уҡытыусыларының береһе була. 1980 йылдың 5 авгусында Мәскәүҙә ҡапыл вафат була

Эштәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Государственное устройство СССР»
  • «Конституция СССР» (в соавторстве с В. Ф. Котоком)
  • «Из истории науки советского государственного права»
  • «Государственное право стран народной демократии» (в соавторстве с Л. Д. Воеводиным и Д. Л. Златопольским)
  • «Вопросы истории науки советского государственного права переходного периода» (1969)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Вестник Московского университета. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 2004, № 4-6. — С. 114.
  • 100 лет Николаю Яковлевичу Куприцу // Вестник Московского университета. Серия 11. Право. — 2012. — № 3. — С. 157—158.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Николай Яковлевич Куприц (1912—1980) (неопр.). pravo.hse.ru. НИУ ВШЭ. Дата обращения 13 ноября 2019.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Kupric, Nikolaj Jakovlevič // Чешская национальная авторитетная база данных